Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апрель 2022, 10:07

Абҙаҡ ауылында оло ҡайғы...

«Һалдатты хөрмәт итегеҙ, ул үҙ бәхетен аямайынса, һеҙҙең бәхетте һаҡлай», «Үҙ халҡыңды ярат, башҡаларҙы хөрмәт ит»... Был — Белорет районының Абҙаҡ ауылынан Александр Анаевтың социаль селтәрҙәге һуңғы яҙмалары. Ул 3 апрелдә Украиналағы махсус хәрби операцияла һәләк булған.

Абҙаҡ ауылында оло ҡайғы...
Абҙаҡ ауылында оло ҡайғы...

Абҙаҡ ауылында оло ҡайғы... Барлыҡ ауыл халҡы цинк табутта ҡайтҡан Сашаны оҙатырға йыйылған. Һалдаттың яҡындары, дуҫтары, хатта офицерҙар ҙа күҙ йәшен тыя алмай. Күк тә илай — ергә яҙҙың тәүге ямғыры һибәләй.

Александр Ырымбур өлкәһендә донъяға килә. 2003 йылда Анаевтар ғаиләһе Абҙаҡ ауылына килеп төпләнә. Саша тәүге көндәрҙән үк үҙенә башҡорт дуҫтарын таба, уҡыуҙа ла һынатмай, айырыуса башҡорт телен ҡыҙыҡһынып өйрәнә. Уҡытыусылары уны, тырыш һәм һәләтле егет ине, тип иҫкә ала. Александр мәктәпте тамамлағас, Белорет металлургия колледжында электромонтер һөнәренә уҡып сыға. Повестка килеү менән ҙур теләк менән әрмегә юллана.

– Минең контракт буйынса хәрби хеҙмәттә йөрөүемде күреп, үрнәк алып үҫте ҡустым. Әрмегә барырға бик теләй ине. 2016 йылда хеҙмәт итеп ҡайтты, бер йыл самаһы Абҙаҡта эшләп алғас, үҙенә хәрби һөнәр нығыраҡ оҡшауын аңланы. 2017 йылда контракт төҙөнө, – тип иҫкә ала ҡустыһын Владимир Ромашкин. 

Краснодар крайында хеҙмәт иткән танк взводы тоҫҡаусыһы Александр Анаев махсус хәрби операцияға тәүгеләрҙән булып йүнәлтелә. Часть вәкилдәре һүҙҙәренсә, ул операция барышында оло ҡаһарманлыҡ күрһәтә, һуңғы һулышына тиклем үҙ бурысына тоғро ҡала. Ошоноң өсөн Александр Анаев һәләк булғандан һуң  «Батырлыҡ» ордены менән бүләкләнгән.

3 апрелдә Саша һөйөклө ҡатынына шылтырата, уны юбилейы менән ҡотлай һәм оҙаҡламай ҡайтырға һүҙ бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаһарман һалдаттың ниәттәре тормошҡа ашмай. Өс сәғәт үткәс, командиры шылтыратып уның һәләк булыуы хаҡында хәбәр итә. Александр Анаевҡа ни бары 25 йәш ине... Бөгөн һалдаттың бер йәшлек сабыйы тупылдап йүгереп йөрөй, бигерәк үкенесле, ул башҡаса, атай, тип өндәшә алмаясаҡ. Әммә яуҙа һәләк булған ҡаһарман атаһының батырлығын белеп, ғорурланып үҫер бәләкәс, шундай уҡ батыр ҙа, ҡыйыу ҙа булыр... 

Тыныслыҡ өсөн ғәзиз башын һалған Александр Анаев хаҡында хәтер халыҡ күңелендә мәңге йәшәр... Мәрхүмдең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ... Йәнең йәннәттә булһын, Саша!

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: