+1 °С
Ясна
Табип-терапевт, диетолог Филипп Кузьменко белдереүенсә, мәҫәлән, һыуытҡыста мотлаҡ йәшелсә-емештәр (йәйғорҙоң һәр төҫөндәге), ҡош ите, һөт аҙыҡтары (эремсек, йогурт) һәм һөт мотлаҡ булырға тейеш. Бынан тыш, ярмаларға иғтибар итегеҙ, ти белгес. Ҡарабойҙай ғына түгел, ә башҡа төрлөһө лә файҙалы.
Һәр кеше сама менән шулайыраҡ ашайҙыр инде. Тик ҡош ите урынына – кемдер сусҡа, кемдер һыйыр итен “һыпыра” ғына. Емештәрҙе лә миҙгеленә ҡарап ашайҙарҙыр.