Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апрель 2022, 12:49

Юл фажиғәләре - 11 апрель

Уҙған тәүлектә республика юлдарында дүрт автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа дүрт кеше йәрәхәтләнгән. Тәүлек эсендә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1800-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 26 иҫерек водителде тотҡан.

Юл фажиғәләре - 11 апрель
Юл фажиғәләре - 11 апрель

Кисен Мәләүез ҡалаһында 45 йәшлек ир "Shineray" мотоциклында осҡан. Ауыр йәрәхәттәр алған ир дауаханаға оҙатылған. 

Кисә Дүртөйлө ҡалаһында ПАЗ автобусы 71 йәшлек йәйәүлене бәрҙергән. Йәрәхәтләнгән йәйәүле дауаханаға оҙатылған. Автобус менән 66 йәшлек водитель идара иткән. Был факт буйынса тикшереү бара, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: