Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апрель 2022, 09:18

Яҡташыбыҙ ҙур олимпиадала еңде

"Мәғариф" милли проектын ғәмәлгә ашырыу саралары араһында хәүефһеҙлек нигеҙҙәре буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы ла бар. Быйыл уның йомғаҡлау этабы Ҡазанда үтте.

Яҡташыбыҙ ҙур олимпиадала еңде
Яҡташыбыҙ ҙур олимпиадала еңде
Иглин районы үҙәгендәге 4-се мәктәптең 11 класс уҡыусыһы Алёна Миңлегәрәева республика йыйылма командаһы иҫәбендә булып, яҡшы һөҙөмтәләргә иреште.
Олимпиадала Рәсәйҙең төрлө төбәгенән 270 уҡыусы ҡатнашты. Алена былтыр ҙа ҙур күрһәткестәргә өлгәшкәйне, быйыл да һынатманы - 500 мөмкинлектән 412 мәрәй йыйҙы һәм практик турҙа икенсе урынға лайыҡ булды, теоретик һәм практик турҙар һөҙөмтәләре буйынса көмөш призер тип танылды.
 
Фото: Иглин районы хакимиәтенән.
 
Яҡташыбыҙ ҙур олимпиадала еңде
Яҡташыбыҙ ҙур олимпиадала еңде
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: