Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апрель 2022, 18:35

Йәш белгестәргә түләнгән аҡса арттырылды

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексында эшләгән йәш белгестәр өсөн яңы эш урынында бирелә торған аҡса 750 мең һумға тиклем арттырылды.

Йәш белгестәргә түләнгән аҡса арттырылды
Йәш белгестәргә түләнгән аҡса арттырылды



Башҡортостандың ауыл хужалығы һәр ваҡыт квалификациялы белгестәргә мохтаж.

Республиканың агросәнәғәт комплексы предприятиеларына эшкә килгән һәм ошо тармаҡта кәмендә 6 ай эшләгән йәш белгестәр өсөн дәүләт ярҙамы 2023 йылда 750 мең һумға тиклем арттырыла.

2022 йылда программала ҡатнашҡандар төбәк бюджетынан 500-шәр мең һум аҡса алды ла инде.

Ошо дәүләт ярҙамын алыусыларҙы һайлап алыу шарттары хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт - түбәндәге һылтанма буйынса:
https://clck.ru/epfT2

 

Сығанаҡ: Аңлатабыҙ Башҡортостан.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: