Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апрель 2022, 22:50

Һөйөнсө! Водителдәр өсөн шәп яңылыҡ!

Кемдәрҙең водитель танытмаһының ҡулланыу ваҡыты сыға, уларҙы  өс йылға оҙайталар. Бының өсөн бер ниндәй документ юллап  йөрөргә лә кәрәкмәй.

Һөйөнсө! Водителдәр өсөн шәп яңылыҡ!
Һөйөнсө! Водителдәр өсөн шәп яңылыҡ!

 

  Был хаҡта Хөкүмәттең профилле президиумы ултырышында Премьер-министр Михаил Мишустин белдерҙе.   

Был яңылыҡ 2022 йылдың 1 ғинуарынан 2023 йылдың 31 мартына тиклем ҡулланыу ваҡыты  сыҡҡан водитель танытмаларына ҡағыла.

Шулай уҡ бер йылға Алыҫ Себер райондарында теркәлгән һәм хәүефле йөктәрҙе ташыу өсөн тәғәйенләнгән  транспорт өсөн диагностика картаһының ғәмәлдәге ваҡыт ла бер йылға оҙайтыла. 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: