Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апрель 2022, 13:27

Улар уянған!

Республикала талпандарҙың кешегә ҡаҙалыу осраҡтары теркәлә.

Улар уянған!
Улар уянған!

Талпандар тупраҡ 5-7 градусҡа тиклем йылынғас бигерәк тә әүҙемләшә. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтә тотоғоҙ:

- урманға барғанда асыҡ кейем кеймәгеҙ;

- тәбиғәт ҡосағында йөрөп ҡайтҡас та, кейемегеҙҙе, үҙегеҙҙе ентекләп тикшерегеҙ;

- талпандарҙан һаҡланыу өсөн аэрозолдәр файҙаланығыҙ;

- вакцинация - талпан энцефалитынан иң яҡшы һаҡланыу.

Талпан ҡаҙалһа, талпан энцефалитына тикшерелеү өсөн медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итегеҙ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: