Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апрель 2022, 15:16

Туймазының иң данлы улдарының береһе ине...

Серафимовка ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Данис Рыбаковты һуңғы юлға оҙаттылар. 

Туймазының иң данлы улдарының береһе ине...
Туймазының иң данлы улдарының береһе ине...

Бөгөн Туймазы районының Серафимовка ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Данис Рыбаковты һуңғы юлға оҙаттылар. Матәм сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

«Хөрмәтле Зәниә Әғзәм ҡыҙы, мәрхүмдең яҡындары һәм туғандары. Бөгөн ауыр тойғолар менән Туймазы еренә килдем. Барыбыҙ ҙа бик шәп йәш егетте, үҙ халҡының ҡаһарман улын һуңғы юлға оҙатырға йыйылдыҡ. Ул игенсе булырға хыял иткән, әммә хәрби һөнәрҙе һайлаған. Илебеҙҙе һаҡлаған Данис һәм башҡа меңләгән Рәсәй һалдаты алдында баш эйәбеҙ. Зәниә Әғзәм ҡыҙы, һеҙ мәрхүм тормош иптәшегеҙ менән кешелекле балалар тәрбиәләп үҫтергәһегеҙ. Мин барыһы алдында ла һеҙҙең турала хәстәрлек күрергә вәғәҙә итәм. Район хакимиәтенән геройҙың исемен мәңгеләштереү буйынса тәҡдим әҙерләүҙе үтенәм. Тыныс йоҡла, Данис, беҙ һине онотмаҫбыҙ», – тине Радий Хәбиров.

Данис Рыбаков махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлығы өсөн һәләк булғандан һуң генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Республика етәксеһе награданы геройҙың әсәһенә тапшырҙы.

Мәрхүмдең хеҙмәттәше Игорь Киреев Данистың көслө рухлы булыуы хаҡында һөйләне.

«Барыбыҙ өсөн дә оло юғалтыу. Данис һуңғы һулышына тиклем үҙ бурысына һәм тыуған иленә тоғро ҡалды. Оло батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтте. Ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге йәшәр», – тине ул.

Шулай уҡ геройҙы Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич та тик яҡшы яҡтан телгә алды. 

«Бөгөн беҙ Туймазының иң данлы улдарының береһе менән хушлашабыҙ. Ул Украина нацистары менән көрәштә геройҙарса һәләк булды. Мәрхүмдең әсәһенең, туғандарының һәм дуҫтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Беҙ Данистың ғаиләһенә бөтә кәрәкле ярҙамды күрһәтәсәкбеҙ», - тине Туймазы районы башлығы Айҙар Суфийәнов.

Хәрби операция мәлендә, 4 мартта Данисҡа 23 йәш тулған булған. Ул тыумышы менән Туймазы районының Серафимовка ауылынан. Ошонда урта мәктәпте тамамлағандан һуң Туймазы агросәнәғәт колледжына уҡырға ингән. Колледж директоры Наил Ғәзизов һүҙҙәренсә, уҡыу осоронда Данис үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәткән, тракторсы, автомобиль водителе һөнәрҙәрен алған булған.

Әле йәшәргә лә йәшәргә ине лә... Егеттәрҙең йәшләй һәләк булыуы үтә аяныслы. Данис кәләш алып та өлгөрмәгән, уның әсәһе һәм ҡустыһы ҡалды. Йәнең йәннәттә булһын, һалдат!

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: