Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апрель 2022, 11:15

Тағы бер станция сафҡа инде

Ҡояш электр станцияларын төҙөү буйынса беҙҙең республика Рәсәйҙә бишенсе урында .  

Тағы бер станция сафҡа инде
Тағы бер станция сафҡа инде

«Альтернатив энергия сығанаҡтарын үҫтереүҙе дауам итәбеҙ. Бөгөн Өфөлә уҙғарылған экологик форумда ҡояш электр станцияһын сафҡа индерҙек. Хәҙер ул Благовещендағы «ПОЛИЭФ»та тышҡы электр селтәре менән параллель рәүештә эшләй. Станцияның проект ҡеүәте - 4,9 МВт, ул тулыһынса автоматлаштырылған.

Яңы ҡояш электр станцияһы «ПОЛИЭФ»ты «йәшел» электр энергияһы менән тәьмин итәсәк һәм продукция етештергәндә парник газдары сығарыуҙы 1,8 процентҡа кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Бындай проект тәүгә «СИБУР» холдингына ингән предприятиеларҙа тормошҡа ашырылды. Уға инвестициялар күләме миллиард һумдың дүрттән бер өлөшөнән ашыу тәшкил иткән.

Беҙҙә Хәйбулла, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Бөрйән, Стәрлебаш һәм Ғафури райондарында алты ҡояш электр станцияһы эшләй.

2022 йылда Баймаҡ районында һәм Ағиҙелдә тағы ике ҡояш электр станцияһын файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйбеҙ. Ошо мөһим йүнәлеште үҫтереү буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә бишенсе урынды биләй», – тип яҙҙы социаль селтәрҙә БР Башлығы Радий Хәбиров.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: