Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апрель 2022, 13:11

«Система-112» диспетчерҙары көнөнә ете меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул итә

2019 йылдан алып республиканың «Система-112» диспетчерҙары ете миллиондан ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән. Был турала аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе.

«Система-112» диспетчерҙары көнөнә ете меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул итә
«Система-112» диспетчерҙары көнөнә ете меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул итә

Берҙәм 112 номерына шылтыратып, янғын һүндереүселәрҙе, ҡотҡарыусыларҙы, полиция, газ хеҙмәте һәм "Тиҙ ярҙам" хеҙмәткәрҙәрен саҡырырға йәки психологик ярҙам алырға мөмкин. 2021 йылда, мәҫәлән, республиканың 2,5 мең кешеһе психологтар ярҙамын алған.

Муниципалитеттар буйынса ҡарағанда 1-10 апрелдә берҙәм номерға Иглин районы халҡынан бик күп шылтыратыуҙар булған. 

2017 йылдан алып Өфөлә, Белоретта, Нефтекамала, Туймазыла, Стәрлетамаҡта "Система-112" диспетчерына мөрәжәғәт төймәһен домофондарға ҡуйыу буйынса пилот проекты эшләй. Бынан тыш, республиканың баш ҡалаһындағы "аҡыллы" туҡталыш павильондарында ла саҡырыу төймәһен ҡуясаҡтар. Киләсәктә "112" мобиль ҡушымтаһын да ғәмәлгә индереү планлаштырылған. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: