Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апрель 2022, 18:02

Сибайҙағы госпиталь эшләй башланы

Бөгөн Сибайҙағы клиника-диагностика үҙәге үҙенең тәүге пациенттарын ҡабул итте.

Сибайҙағы госпиталь эшләй башланы
Сибайҙағы госпиталь эшләй башланы

Үҙәктә тәүлек әйләнәһенә эшләүсе 40 бокс һәм 10 реанимация боксы урынлашасаҡ. Шулай уҡ өҫтәмә рәүештә 200 койка урынлаштырыу мөмкинлеге ҡаралған. Ә ғәҙәттән тыш хәл режимында госпиталь, 100 процент кислородҡа тоташтырып, 230 пациентты ҡабул итә ала. Әле яңы медицина учреждениеһында бөтәһе 70 хеҙмәткәр эшләй. Инфекция үҙәге 27 үпкәне яһалма тын алдырыу аппараты менән тәьмин ителгән, 10 капнографиялы монитор, 2 күсмә рентген аппараты, 6 заманса ЭКГ аппараты, УЗИ, компьютер томографы, эндоскопия системалары һәм башҡа медицина ҡорамалдары алынған. Ҡыҫҡаһы, пациенттарға ваҡытында тейешле һәм сифатлы ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Коронавирус пандемияһы тамамланғас, инфекция үҙәгендә халыҡҡа "инфекция ауырыуҙары", "терапия", "эске ауырыуҙар", "лаборатор диагностика" йүнәлештәре буйынса медицина ярҙамы күрһәтеләсәк.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: