+1 °С
Ясна
Башҡорт һәм татар командалары араһында ойошторолған был популяр шоу һуңғы тапҡыр 10 йыл элек ойошторолғайны. Фестиваль 17 апрелдә “Торатау” Конгресс-холында киске сәғәт 6-ла башлана. Конкурста Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Нефтекама, Ҡазан, Әбйәлил һәм Татарстандың Аҡтаныш районы командалары ҡатнаша. Уның төп темаһы – “Берҙәмлектә көс!”
“Беҙ башҡорт һәм татар КВН командалары араһындағы фестивалде терегеҙергә булдыҡ. Быйылғы йыл юбилейҙарға бай йыл, беҙҙең йәмәғәт ойошмаһына ла 10 йыл тула”, – ти фестивалде ойоштороусыларҙың береһе Урал Кәримов.