Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә мәшғүллек хеҙмәте органдары менән эш биреүселәр һәм ойошмаларҙың инвалидтарҙы һөнәргә уҡытыуҙы ойоштороу буйынса үҙ-ара бәйләнешенең яңы тәртибе билдәләнгән ҡарар раҫланды.
Иң мөһиме – эшһеҙлек кимәлен кәметеү. Бөгөн бигерәк тә сәләмәтлеге сикләнгән граждандарға һөнәр алыу, эш табыу мәсьәләһе көн үҙәгендә тора. Инвалидтарҙы квота буйынса эш менән тәьмин итеү ҡарала. Был закон менән нығытылған.
1 мартҡа ҡарата квота иҫәбенең 72 проценты үтәлгән, 6 855 инвалид эшкә алынған. Быйыл мәшғүллек үҙәктәренә 774 инвалид мөрәжәғәт иткән, шуларҙың 431-е эшкә урынлаштырылған. Тағы 67 инвалид һөнәри белем алырға йүнәлтелгән.
Кәңәшмәлә БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Башҡортостанда Социаль һәм хеҙмәт интеграцияһы мультиүҙәген булдырыу тураһында ла һөйләне. Был үҙәктә сәләмәтлек торошо сикле кешеләргә комплекслы ярҙам ойоштороласаҡ – һөнәри диагностиканан алып, уҡытыуға һәм эш табыуға тиклем.
Мультиүҙәк Өфөләге “Белавтодеталь” заводы филиалы бинаһында буласаҡ (Достоевский урамы, 135-се йорт).
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.