Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апрель 2022, 10:05

Президент тиҙ арала Рәсәй халҡына ярҙам күрһәтеү сараларын табырға ҡушты

Ил Хөкүмәте бөгөндән эшкә тотондо. Тиҙҙән тейешле закондар ҙа үҙгәртеләсәк.

Президент тиҙ арала Рәсәй халҡына ярҙам күрһәтеү сараларын табырға ҡушты
Президент тиҙ арала Рәсәй халҡына ярҙам күрһәтеү сараларын табырға ҡушты

Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡҡа булышлыҡ итеү буйынса комплекслы ярҙам саралары әҙерләргә бойорҙо.

Кремль сайтында баҫылған документҡа ярашлы, алда түбәндәге бурыстар тора:

- 30 апрелгә тиклем килеме төшкән балалы ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү буйынса законға үҙгәрештәр индерергә;

- 20 апрелгә тиклем министрҙар пенсияларҙы, социаль түләүҙәрҙе, бюджет өлкәһендә эшләүселәргә хеҙмәт хаҡын, МРОТ-ты, йәшәү минимумын күтәреү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә тейеш;

- 31 декабргә тиклем 1 марттан һуң эшен юғалтҡан кешеләргә социаль ярҙам күрһәтеү өсөн (мохтаж ғаиләләргә) айырым тәртип булдырырға.

Ҡыҫҡаһы, ауыр осорҙа бер кем дә иғтибарһыҙ ҡалырға тейеш түгел.

Президент тиҙ арала Рәсәй халҡына ярҙам күрһәтеү сараларын табырға ҡушты
Президент тиҙ арала Рәсәй халҡына ярҙам күрһәтеү сараларын табырға ҡушты
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: