Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апрель 2022, 18:15

Ниндәй телдә әйтергә?

Бөтә донъя ғалимдары кешенең ғүмерен оҙонайтыу буйынса тикшеренеүҙәр алып барғанда төрлө ҡыҙыҡлы асыштарға ла юлыға. Баҡһаң, мейе эшмәкәрлеген әүҙем тотоу өсөн күп тел белеү бик ярҙам итә икән.

Ниндәй телдә әйтергә?
Ниндәй телдә әйтергә?

Мейе нейрондары торошо кешенең аҡыл кимәленә бәйле икәнен асыҡлағандар.

Бер нисә тел белгән ололарҙы тикшереп ҡарағандар ҙа, шундай һығымтаға килгәндәр: ике (өс) тел белгән кеше тиҙерәк уйлай икән. Ғалимдар фекеренсә, был ҡайһы телдә әйтергә икәнен мейенең һайлауынан, имеш. Күберәк тел белһәк, тағы ла тиҙерәк уйларға тура килә мейебеҙгә. Шулай итеп, мейе нейрондарын даими күнектереү бара. Бер нисә тел белгән кешеләрҙә ҡартлыҡ сирҙәре, бер генә тел белгән йәштәштәренә ҡарағанда, 5 – 8 йылға һуңғараҡ барлыҡҡа килә икән.

Үәт, бына нисек! Ә һеҙ нисә тел беләһегеҙ?

Ниндәй телдә әйтергә?
Ниндәй телдә әйтергә?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: