Рәсәйгә сит илдәрҙең санкциялар иғлан итеүен файҙаланып, халыҡтың күпләп аҙыҡ- түлек алыуын күреп, эшҡыуарҙар был мөмкинлекте оҫта файҙлана.Сер түгел, бер айлыҡ килемде бер аҙнала эшләнек, тип маҡтаныусылар бар. Тауар складтарҙа бар, әммә Хөкүмәткә ышанмаған, ҡытлыҡтан ҡурҡҡан кешеләр көндәлек әйберҙең магазин кәштәләренә инеп ятыуы була, шунда уҡ алып бөтә.
Әгәр ҙә хаҡтарҙың саманан тыш арттырылыуын күргәнһегеҙ икән, түбәндәге телефон буйынса намыҫһыҙ һатыусыларға ялыу бирә алаһығыҙ. Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығының ҡыҙыу элемтәһе:
7(347) 216-53-78.