Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апрель 2022, 22:38

Машинаһында тереләй янып үлгән

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына  Мәләүез районы Ергән ауылында автомобиль яныуы тураһында хәбәр итәләр. 

Машинаһында тереләй янып үлгән
Машинаһында тереләй янып үлгән

 Ваҡиға урынына тиҙ арала килеп еткән ҡотҡарыусылар һәм башҡа ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре янғынды һүндергән ваҡытта Киа автомобиленең алдынғы ултырғысында   ирҙең үле кәүҙәһен таба. Яҡынса күҙҙаланыуынса , ул 1962 йылда тыуған булырға тейеш.

Янғын һүндерелгән. Уның сәбәбе һәм шарттары асыҡлана.   Ваҡиға урынында тикшереү эштәре бара.

Фото:Башинформ.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: