Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апрель 2022, 17:47

Быйыл беҙҙә 896 подъезд ремонтланырға тейеш

Башҡортостан Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә әйтеүҙәренсә, подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһын ғәмәлгә ашырыу буйынса республикабыҙ – илдә алдынғы.

Быйыл беҙҙә 896 подъезд ремонтланырға тейеш
Быйыл беҙҙә 896 подъезд ремонтланырға тейеш

БР Премьер-министры Андрей Назаров быйыл капиталь ремонт һәм төҙөкләндереүгә бөтә кимәлдәге бюджеттан 3,8 млрд һум аҡса бүленеүен белдерҙе. Шулай ҙа санкция баҫымдары арҡаһында өҫтәмә көс тә талап ителер, моғайын.

БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев һүҙҙәренсә, быйыл 23 муниципалитетта 304 йортта 896 подъезды ремонтлау күҙаллана. Уның өсөн 493,4 млн һум аҡса йүнәлтелгән. Эште тамамлау ваҡыты – 2022 йылдың 1 октябре.

Башҡорт ихаталары” программаһын ғәмәлгә ашырыу ҙа дауам итә. Быйыл 200 ихатаны тәртипкә килтереүгә 1 млрд һум аҡса бүленә.

Фото: pressaufa.ru

Быйыл беҙҙә 896 подъезд ремонтланырға тейеш
Быйыл беҙҙә 896 подъезд ремонтланырға тейеш
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: