Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апрель 2022, 21:02

«БелЗАН» предприятиеһына 50 йәш!

Ошо айҡанлы Радий Хәбиров «Автонормаль» Бәләбәй заводы эшселәрен бүләкләне.

«БелЗАН» предприятиеһына 50 йәш!
«БелЗАН» предприятиеһына 50 йәш!

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бәләбәйҙәге «БелЗАН» машина төҙөү предприятиеһында булды. Ул яңы производство технологиялары менән танышты һәм эшселәргә РФ-тың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Бәләбәй заводы (Ростех дәүләт корпорацияһына инә) – Рәсәйҙең иң эре предприятиеларының береһе. 1971 йылдан ул илдең автомобиль тармағын беркетеү изделиелары менән тәьмин итә. Иң эре ҡулланыусылары - « АвтоВАЗ», «КАМАЗ», «УАЗ», «ГАЗ» һәм БДБ илдәре предприятиелары. Былтыр «БелЗАН» 50 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

Заводтың генераль директоры Тимур Ғәлиәхмәтов Башлыҡҡа предприятиеның 2021 йылғы һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне. Былтыр завод 5,2 миллиард һумлыҡ беркетеү изделиелары етештергән, 2020 йыл менән сағыштырһаҡ, 24 процентҡа күберәк.

Бынан тыш, былтыр предприятие «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам» милли проектына ҡушылған. Пандемия осоронда кислород аппараттары етештереп, республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур ярҙам күрһәткән.

Радий Хәбиров производство майҙансыҡтарын ҡарап сыҡты, етештерелгән продукция менән танышты. Быйыл бында цинк япмалы изделиелар етештерелә башлаған. Улар автомобилдең хеҙмәт итеү срогын оҙайта.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «БелЗАН» коллективын 50 йәшлек юбилейы менән ҡотланы һәм алдынғы эшселәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.

– «Автонормаль» республика сәнәғәте өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Мин республика етәксеһе булып килгәс, предприятиела ҡатмарлыҡтар бар ине. Бөгөн завод тотороҡло эшләй һәм яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Мин ошоноң өсөн һеҙгә рәхмәтлемен. Ростех предприятиеға ҙур ярҙам күрһәтә. Яҡын киләсәктә беҙ «БелЗАН»да яңы инвестиция проектын тормошҡа ашырырбыҙ, эш хаҡы юғары булған яңы эш урындары булдырырбыҙ, тип ышанам. Бөгөн, киҫкен иҡтисад шарттарында, предприятиеның йылдам үҫешеүе мөһим, –тине ул.

Республика етәксеһе сығышының һуңында шулай уҡ Бәләбәйҙең социаль инфраструктураһы яҡшы үҫешеүен билдәләне.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: