«Ауырғазы хәбәрҙәре» хәбәр итеүенсә, әсә кеше 38 йәшлек ҡыҙының үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташыуын күрә. Шул ваҡыт 61 йәшлек ҡатындың йөрәге тота һәм ул иҫен юғалтып иҙәнгә ҡолай. Был тауышҡа ғаилә башлығы йүгереп килә - ул ҡатынын һәм ҡыҙын ҡотҡарырға маташа. Һөҙөмтәлә ҡатын «ашығыс ярҙам» килгәнсе йән биргән, ә уларҙың ҡыҙҙары ҡотҡарылған - уға беренсе ярҙам күрһәтелгән һәм дауаханаға оҙатылған.
Ни өсөн 38 йәшлек ҡатын үҙ-үҙенә ҡул һалырға уйлаған, билдәһеҙ. Баҫма мәғлүмәттәре буйынса, күршеләр ғаиләлә ыҙғыш сыҡҡан тип уйлай, ләкин йорт хужаһы быны инҡар итә. Уның ҡыҙы психик ауырыу менән сирләүе тураһында мәғлүм. Атай кешенең тағы бер ҡыҙы бар.
Фото: Т. Аманов