-25 °С
Болотло
11 апрелдә Шишмә станцияһында йөк поезы 45 йәшлек ҡатынды бәрҙергән. Ул алынған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында йән биргән.
Үҙәк төбәк-ара тәфтиш идаралығы хәбәр итеүенсә, машинист тормозға баҫа һәм көслө сигнал бирә, ләкин ҡатынды тепловоздың сығып торған өлөштәре йәрәхәтләй.
Әлеге ваҡытта тәфтишселәр фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.
Фото: Т. Аманов