Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апрель 2022, 07:30

Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнөн ҡаршылап...

Учалы районының Комсомольск ауылында йәшәүсе Булат ағай Пирғәлиндан музыкаль сәләм.

Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнөн ҡаршылап...
Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнөн ҡаршылап...

"Ҡәҙерле дуҫтар!

Космонавтика көнө беҙҙең өсөн асыҡ, аңлайышлы һәм бик мәҡәддәс дата. Беҙ ул мәлдә бар кешелек өсөн оло техник прогресс яһаныҡ. Ер кешеләре яңы кимәлгә - йыһанға сыҡты. Юрий Гагариндың 108 минутлыҡ орбиталь осошо бар донъяны аҫты-өҫтөнә килтерҙе.

Шул данлы һәм шанлы ваҡыттан 60 йылдан ашыу үтте, беҙҙән ҙур отряд йыһан киңлеген байҡай алды. Һәр бер йыһангирҙы алыҫ һәм үтә хәүефле сәйәхәткә Александра Пахмутова һәм Николай Добронравов яҙған "Надежда" йыры оҙатҡан. Ул үҙенә күрә йыһан бетеүенә әйләнгән - космонавтар һәр ососш алдынан был йырҙы мотлаҡ тыңлай.

Барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайбыҙ һәм ошо "Надежда" йырын иҫләүегеҙҙе теләйбеҙ. Һәр беребеҙҙә беҙ йәшәгән ошо зәңгәр планетала башҡа һуғыш, аслыҡ, ауырыуҙар булмаһын тигән өмөт бар. Һәммәгеҙгә лә һаулыҡ, именлек һәм тыныҡлыҡ теләйбеҙ!"

 

 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: