Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апрель 2022, 11:50

Бәләкәй һәм урта бизнесты цифрлаштырыу бара

РФ Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы бәләкәй һәм урта бизнесты һанлаштырыу программаһын дауам итә.

Бәләкәй һәм урта бизнесты цифрлаштырыу бара
Бәләкәй һәм урта бизнесты цифрлаштырыу бара


РФ Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы бәләкәй һәм урта бизнесты һанлаштырыу программаһын дауам итә. Ярҙам сараһын тормошҡа ашырыу өсөн программа тәьминәтен яңы һайлап алыу тураһында иғлан ителгән. Был хоҡуҡҡа эйә булыусылар дәүләт хеҙмәттәре порталында ғариза бирә ала. 2021 йылдың ноябренән Башҡортостанда әүҙем һатып алған 29 Рәсәй етештереүсеһенән 130-ҙан ашыу программа продукты һайлап алынған.

 - Яңы һайлап алыу турында иғтибарҙы эшҡыуарлыҡ һөҙөмтәлелегенә туранан-тура йоғонто яһаған программа тәьминәтенә йүнәлтергә ҡарар ителде. Хоҡуҡҡа эйә булыусыларҙан бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙарға кәрәкле заявкалар көтәбеҙ. Мәҫәлән, етештереү компанияларына, ҡунаҡханаларға, автосервистарға, ресторандарға - етештереүсәнлекте күтәргән, сифатты яҡшыртҡан, сығымдарҙы кәметкән ҡарарҙар, - тип билдәләне Рәсәйҙең Һанлы үҫеш министрлығы башлығы урынбаҫары Максим Паршин.

Рәсәй Һанлы үҫеш министрлығының программаһы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә Рәсәй етештереүселәрен ярты хаҡҡа программа тәьмин итеү мөмкинлеге бирә. Льготалы шарттар программа тәьминәте етештереүселәренә лицензия хаҡының 50 процентын федераль бюджеттан компенсациялау иҫәбенә тормошҡа ашырылған. Эшҡыуарҙарҙан ярҙам сараларын алыу өсөн өҫтәмә документтар һәм отчет биреү талап ителмәй. Компания ҡәҙимге ысул менән етештереүсенең сайтында һатып ала. Берҙән-бер талап - бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ реестрында булыу. Башҡортостандың

- Дөйөм алғанда, Башҡортостандың 2 315 бәләкәй һәм урта предприятиеһы 50 процент ташлама менән Рәсәй программаһын һатып алды, - тип хәбәр итте БР дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. - Быны дәүләттең финанс ярҙамы менән ғәмәлгә ашырырға мөмкин. Программа «Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады» милли программаһының «Һанлы технологиялар» федераль проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Ярҙам сараһының операторы - Рәсәй мәғлүмәт технологияларын үҫтереү фонды.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: