Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апрель 2022, 13:24

Бөгөн Өфөлә ҙур форум асылды

БР Башлығы Радий Хәбиров “Экология һәм технологиялар” күргәҙмәһен һәм Экология форумын асыуҙа ҡатнашты.

Бөгөн Өфөлә ҙур форум асылды
Бөгөн Өфөлә ҙур форум асылды

Рәсәй төбәктәренән һәм Ҡытайҙан, Белоруссиянан ҡунаҡтар бар.

Радий Хәбиров күргәҙмә (бында 40 компанияның экспозицияһы эшләй) менән танышҡандан һуң, ҡатнашыусылар алдында сығыш яһаны.

– Республикала экологик мәсьәләләрҙе эҙмә-эҙлекле хәл итәбеҙ. Ике йылдан әҙ генә күберәк ваҡытта ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эшләү буйынса инфраструктура булдыра башланыҡ. Илебеҙҙә эшләгән иң яҡшы тәжрибәләрҙе ҡарау, әлбиттә, ҡыҙыҡлы буласаҡ. Бөгөн беҙҙең өсөн ҡыуаныслы ваҡиға. Башҡортостандың иң ҙур предприятиеларының береһе «ПОЛИЭФ» альтернатив энергетика өлкәһендәге ҙур проектҡа старт бирҙе. Компания заманса ҡояш электр станцияһы төҙөнө, беҙ уны тәжрибә-сәнәғәт файҙаланыуға тапшырҙыҡ. Был экология өлкәһендә «ПОЛИЭФ» алып барған ҙур эш этаптарының береһе, – тип һөйләне республика етәксеһе.

Экологик форумды асыу тантанаһында Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Владимир Соколов бындай күләмле сараны үткәреүҙең мөһимлеген билдәләне.

– Мин республикала тәүге тапҡыр түгел, һәм һәр ваҡыт уның яңы ҡаҙаныштарына ғәжәпләнәм, – тине Владимир Соколов. – Бында ғалимдарҙы, экология һәм климат өлкәһендәге белгестәрҙе, шулай уҡ бизнес вәкилдәрен бер урынға туплаған форумдың үтеүе бик ҡыуаныслы. Ә күргәҙмәлә ҡаҙаныштар тәҡдим ителә, артабан улар республика һәм бөтә Рәсәй практикаһына индереләсәк.

Рәсәй экология йәмғиәте рәйесе, «Экология» милли проекты буйынса йәмәғәт-эксперт советы рәйесе Рәшид Исмаилов форумда ҡатнашыусыларға һөҙөмтәле эшләүҙәрен теләне.

Экологик форум майҙансығында «Федераль экология операторы» менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында республикала тупланған экологик зыянлы объекттарҙы бөтөрөү йәһәтенән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа республика Башлығы Радий Хәбиров һәм генераль директорҙың экологик проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса беренсе урынбаҫары Максим Погодин ҡул ҡуйҙы.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Бөгөн Өфөлә ҙур форум асылды
Бөгөн Өфөлә ҙур форум асылды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: