Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, республиканың көньяҡ райондарында баҫыуҙарҙа ҡар тиҙерәк ирей һәм был яҡтарҙа дым ҡаплатыу, күп йыллыҡ үләндәрҙе ашлама менән туҡландырыу эштәрен башланған.
Белгестәр әйтеүенсә, ҡар күп яуыуға ҡарамаҫтан, ер улай уҡ дымлы түгел, шуға ла уны һаҡлау мөһим.
"Йылайыр районында 200 гектар һөрөнтө ерҙә эштәр тамамланған, Мәләүездә 170 гектарҙа үлән ашламаланған. Әбйәлилдә һәм Көйөргәҙелә баҫыуға сығып торалар. Быйыл 2 млн гектарҙа ярауай культуралар сәселәсәк. Бөтә ауыл хужалығы миҙгелендә көндәр яҡшы торор һәм көҙөн мул уңыш алырбыҙ, тип өмөтләнәм", - тип яҙған республика етәксеһе.
Фото: vk.com (Р. Хәбиров сәхифәһе)