Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апрель 2022, 23:15

Үҙаллы сыға алмаған

Ҙур күләүектә батып үлгән...

Үҙаллы сыға алмаған
Үҙаллы сыға алмаған

Салауат районында һыуҙа бер ҡатындың кәүҙәһен тапҡандар. Был хәл уҙған ял көндәрендә Мәсетле ауылында булған.

Билдәле булыуынса, ул Йүрүҙән йылғаһы буйынан иҫерек көйө китеп барған. Ниндәйҙер мәлдә ҡатын йылғаның яҡын тирәһендә йыйылған күләүеккә ҡолаған һәм сыға алмаған. Урында йәшәүселәр ҡатындың кәүҙәһен һыуҙа күреп ҡала, улар был хаҡта ашығыс хеҙмәттәргә хәбәр итә. Полиция хеҙмәткәрҙәре уны һыуҙан сығара һәм суд-медицина экспертизаһына оҙата. Әле фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

 

Фото:Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: