Быйыл грант өсөн 230,2 млн һум аҡса бүленгән.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдереүенсә, "Ғаилә фермаһы" грант программаһында ауыл хужалығы продукцияһын етештерергә һәм эшкәртергә теләгән фермер хужалыҡтары ҡатнаша ала. КФХ йәки шәхси эшҡыуарға 30 млн һумға тиклем аҡса бирелә, шул уҡ йәһәттә ул дәғүәсенең проекты дөйөм хаҡының 60 процентынан ашмаҫҡа тейеш.
Ғаризалар 12-25 апрелдә Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы 106 адресы буйынса 9-18 сәғәт арауығында эш көндәрендә ҡабул ителә. Белешмә өсөн телефон: 8 (347) 218-05-64; 8 (347) 218-05-26.
Тулыраҡ мәғлүмәт ошонда: ссылка.