Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апрель 2022, 16:57

Ҡаҙағстан башҡорттарының күптәнге хыялы тормошҡа ашты

Нур-Солтандағы «Аҡбуҙат» башҡорт этномәҙәни ойошмаһы Башҡортостандан ун комплект аутентик башҡорт милли кейемен алып ҡыуанды.

Ҡаҙағстан башҡорттарының күптәнге хыялы тормошҡа ашты
Ҡаҙағстан башҡорттарының күптәнге хыялы тормошҡа ашты

Мәҙәниәт министрлығының һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһының яйға һалынған эше һөҙөмтәһендә Ҡаҙағстан башҡорттарының күптәнге хыялы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тормошҡа ашырылды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың 29 сентябрендә Нур-Солтанда республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда тыуып үҫеп, Ҡаҙағстанда йәшәгәндәр менән менән осрашҡайны. Дуҫтарса аралашыу барышында урындағы башҡорттар, тыуған төйәгенән ситтә йәшәһәләр ҙә, башҡорт мәҙәниәтен һаҡлауҙа һәм таратыуҙа үҙ өлөшөн индереүгә ышаныс белдерҙе. «Аҡбуҙат» этномәҙәни берекмәһе рәйесе Урал Аҙнабаев төрлө сараларҙа һәм күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу өсөн милли кейемдәр һораны.

– Ҡаҙағстанда 17 мең башҡорт йәшәй. Беҙ бик татыу йәшәйбеҙ, төрлө саралар ойошторабыҙ. Был милли кейемдәр беҙҙең өсөн республиканан ҙур бүләк булды. Костюмдар беҙ теләгәнсә, бындайҙарҙы өләсәй-олатайҙарыбыҙ кейгән, – тип һөйләне Урал Аҙнабаев.

Ете ҡатын-ҡыҙ һәм өс ир-егет костюмынан торған коллекция, ысынлап та, үҙенсәлекле. Ул башҡорт костюмдарының бөтә төрлөлөгөн үҙ эсенә ала.

– Бындай коллекция беҙҙең республикала бер ҡайҙа ла һәм бер кемдә лә юҡ, – тип белдерҙеләр Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһында. Костюмдар тегеү менән профессиональ ателье оҫталары шөғөлләнгән. Улар тыуған яҡ этнографияһы буйынса бик күп мәғлүмәтте өйрәнгән.

– Һәр элемент һәм һәр күлдәктең төҫтәре теге йәки был ырыуға ярашлылыҡҡа ентекле өйрәнелде. Беҙгә БР Милли музейы этнографы Сәлимә Усманова һәм Учалы районынан филология фәндәре кандидаты Азат Ғарипов консультациялар бирҙе, – тип һөйләне предприятие директоры Саимә Хәсәнова.

Ҡаҙағстан башҡорттары яңы костюмдарҙа матур фотосессия уҙғарған да инде. «Аҡбуҙат» этномәҙәни берекмәһенең бөтә ағзалары исеменән Урал Аҙнабаев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа, Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадрановҡа, Мәҙәниәт министрлығына һәм Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһына ҙур рәхмәтен белдерҙе.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: