Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апрель 2022, 12:40

16 апрелдә Берҙәм һөнәри йүнәлеш көнө үтәсәк

Бында VI – XI синыф уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре республика колледждарында белем алыу буйынса көнүҙәк мәғлүмәт белә ала.

16 апрелдә Берҙәм һөнәри йүнәлеш көнө үтәсәк
16 апрелдә Берҙәм һөнәри йүнәлеш көнө үтәсәк

– Сара уҡыусыларҙың профессиональ киләсәген планлаштырыу һәм республикабыҙ иҡтисадының кадрҙар потенциалын үҫтереү маҡсатында үткәрелә. Һөнәрҙе аңлы рәүештә һайлау –  ул киләсәктә һәр кешенең профессиональ уңышы һәм карьера үҫеше нигеҙе, - тип билдәләне республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Берҙәм һөнәри йүнәлеш биреү көнө айҡанлы, республиканың барлыҡ колледждарында таныштырыу экскурсиялары, оҫталыҡ дәрестәре һәм һөнәри һынауҙар ойоштороласаҡ, шулай уҡ белем биреү учреждениеһына ҡабул итеү тәртибе һәм шарттары, һөнәрҙәр исемлеге хаҡында аңлатыу саралары ла буласаҡ.
Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса алырға була.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: