Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Апрель 2022, 10:21

Юл ремонтлау эштәре башланды

Быйыл 260 мең квадрат метр юлды яңыртыу планлаштырыла. 

Юл ремонтлау эштәре башланды
Юл ремонтлау эштәре башланды

Башҡортостанда федераль трассаларҙы йүнәтә башланылар. Йылдағыса Өфө янындағы юлдарға айырым иғтибар бирелә.

Белгестәр юл япмаһын таҙартыу буйынса механикалаштырылған эш үткәрә. Юл ситтәренән сүп-сар йыйыла, юл билдәләре, кәртәләре, тауыштан һаҡлаусы экрандар, автобус туҡталҡалары, йәйәүлеләр үткәүелдәре йыуыла. Зыян күргән техник саралар тергеҙелә. Һауа торошо тотороҡланғас, юлға билдәләүсе һыҙыҡтар һыҙыу, бордюр-кәртәләрҙе буяу башланасаҡ. Быйыл 260 мең квадрат метр юлды яңыртыу планлаштырыла. 

Быйыл юл ремонтлау эшенә 138 эшсенән һәм 73 берәмек техниканан торған 30 бригада йәлеп ителгән.

Һуңғы аҙнала 651 квадрат сүп-сар сығарылған, уларҙың күпселеге – көнкүреш ҡалдыҡтары. «Урал буйы» юл идаралығы сүп-сарҙы махсус тәғәйенләнгән урында ҡалдырырға, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарарға саҡыра.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: