+6 °С
Ясна
Республика Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Баймаҡ районындағы хәлдәр менән ҡәнәғәт булмауы хаҡында әйтеп үтте. Был аҙнала унда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Алан Марзаев барасаҡ.
"Урындағы хакимиәткә төҙөкләндереү эштәренә аҡса бүленгән, әммә проект әле һаман йүнләп тормошҡа ашырылмай. Алдағы аҙнала унда үҙем барһам, ғәйеплеләрҙең йөндәрен тетәсәкмен", - тип белдерҙе Радий Фәрит улы.