Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Апрель 2022, 19:30

Валютаны алыуҙа ниндәй ҡағиҙәләр бар?

    Валюталарҙы банк иҫәбенән йәки һатып алырға мөмкинме?

Валютаны алыуҙа ниндәй ҡағиҙәләр бар?
Валютаны алыуҙа ниндәй ҡағиҙәләр бар?



Мөмкин. Сөнки Рәсәйҙең Үҙәк банкы граждандарға үҙ иҫәптәренән евро һәм АҠШ долларын алырға, ә банктарға валюталарҙы һатырға рөхсәт бирҙе.

Валютаны алыуҙа ниндәй ҡағиҙәләр бар?

Әгәр валюта иҫәбе йәки вклад 2022 йылдың 9 мартына тиклем асылған булһа, унан долларҙы йәки евроны ҡулаҡса менән алырға мөмкин. Иҫәп башҡа валютала булған осраҡта, алған ваҡытта ул банктың курсы буйынса доллар йәки евро күләменә ҡарап конвертлана. Был курс Үҙәк банктың ошо көндәге рәсми курсынан аҙ булырға тейеш түгел.

Валютаны ҡулаҡса рәүешендә һатып алыуҙа ниндәй ҡағиҙәләр бар?

Банктар уларҙы 18 апрелдән алып теләгән һәр кемгә һата ала. Әммә үҙҙәре клиенттарҙан 9 апрелдән һуң һатып алған өлөштө генә.

11 апрелдән валюталарҙы брокерҙарҙан һатып алыуҙа (күптәрҙең инвестиция компанияларында үҙ иҫәптәре бар һәм улар валютаны биржала һатып алыу мөмкинлегенә эйә) элек индерелгән 12 процентлы комиссия бөтөрөлдө.  

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: