Башҡортостанда бал ҡорттарын һәм умартасылыҡ продукцияһы сифатын яҡлауға йүнәлтелгән закон ҡабул ителде.
«Законда умартасылыҡ инфраструктураһы объекттарын булдырғанда һәм урынлаштырғанда талаптар аныҡланды, - тип хәбәр итте парламент рәйесе Константин Толкачев.
Умартасылыҡ объекттарына зыярат, мал ҡәберлеге булған йәки етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары, химик, ағыулы, радиоактив матдәләр урынлашҡан урындарға ҡуйырға ярамай. Шулай уҡ законда бал ҡорттарының пестицидтар һәм агрохимикаттар менән ағыуланыуына юл ҡуймау буйынса саралар ҡаралған.
Яңы ҡануниәттә бал ҡорттарының пестицидтар һәм агрохимикаттар менән ағыуланыуына юл ҡуймау буйынса саралар ҡаралған. Бынан ары сәсеүлектәрҙе химик эшкәртеү өсөн яуаплы кешеләр ете километр радиусындағы яҡындағы ауылдарҙың халҡына киң мәғлүмәт саралары аша башҡарыласаҡ эштәр хаҡында хәбәр итергә тейеш буласаҡ. Бында йәшәүселәргә эштәрҙе башҡарыу ваҡыты һәм ысулы, ҡулланылған пестицидтар һәм агрохимикаттар, уларҙың хәүефлек класы, бал ҡорттарын умарталарҙа изоляциялау ваҡыты тураһында мәғлүмәт бирелергә тейеш. Республика парламенты спикеры билдәләүенсә, бал ҡорттары ҡырағай һәм культуралы үҫемлектәрҙе һеркәләндерә. Һуңғы ваҡытта бал ҡорттары һаны кәмеү тенденцияһы күҙәтелә.
2019 йылдың йәйендә 30 төбәктә, шул иҫәптән Башҡортостанда бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуы күҙәтелгән. Төп сәбәптәрҙең береһе тип белгестәр пестицидтар менән ағыуланыуҙы атай.
Был закон бал ҡорттарының иҫәбен, умартасылыҡ продукцияһының юғары сифатын һаҡлап ҡалыуға һәм республиканың экологик именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Фото: Т.АМАНОВ.