Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Апрель 2022, 13:12

Ташҡындың юғары нөктәһенә әле етмәгәнбеҙ

Ул апрелдең өсөнсө декадаһында көтөлә.

Ташҡындың юғары нөктәһенә әле етмәгәнбеҙ
Ташҡындың юғары нөктәһенә әле етмәгәнбеҙ

Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив ултырышта Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров әйтте.

— Башгидрометүҙәк белгестәре фараздарына ҡараһаҡ, ташҡындың иң юғары нөктәһе апрелдең өсөнсө декадаһына тура килә. Ә һуңынан һыу кире ҡайта башлаясаҡ, —  тине Фәрит Ғүмәров.

Радий Хәбиров хәлде контролдә тоторға ҡушты, халыҡты бәләлә ҡалдырмайыҡ, тине.

— Һеҙҙең бурыс – бәлә килмәҫ элек уны юҡ итеү, – тине республика етәксеһе.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: