Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Апрель 2022, 13:37

Ташҡынға бәйле 144 ялыу ҡабул ителгән!

Республикаға алынған яңы вертолет менән йылғаларҙы ҡарап сыҡтылар.

Ташҡынға бәйле 144 ялыу ҡабул ителгән!
Ташҡынға бәйле 144 ялыу ҡабул ителгән!

"112" системаһы диспетчерҙары уҙған аҙнала ташҡынға бәлйе 144 ялыу ҡабул иткән. Социаль селтәрҙәрҙән күрә-беләбеҙ, иң киҫкен хәл Белорет районының Ғәбдүк ауылында килеп тыуҙы. Бында 45 йорт һәм 90 ихата һыу аҫтында ҡалды. Өс сәғәттә һыу кимәле төшөүгә ҡарамаҫтан, күп кенә хужалыҡ зыян күрҙе. 

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, Архангел районының Оҙонлар ауылына ла ошондай хәүеф янай ине, әммә боҙ тығыны ваҡытында юҡ ителде, тине. Әлеге ваҡытта пилотһыҙ аппараттар ярҙамында йылғаларҙы күҙәтеү ойошторолған. Әйткәндәй, аҙна аҙағында республикаға өр-яңы вертолет алынғайны. Уны тәүге тапҡыр ташҡынды мониторинглауҙа һынап ҡаранылар. 

«Ташҡынды мониторинглауҙа тәүгә вертолет ҡулландыҡ. Авиаразведканан күренеүенсә, эре йылғаларҙа боҙ ҡуҙғала башлаған. Шулай ҙа әле һаман Инйәрҙә боҙ тығылыуы күҙәтелә, өс саҡрым самаһы. Шулай уҡ Димдә лә ошондай хәл, йәһәт кенә тейешле сара күрергә кәрәк», - тине дәүкомитет рәйесе.

Республика етәксеһе лә Күмертауҙа етештерелгән вертолетты маҡтап телгә алды.

«Вертолет урман янғындарын һүндереүҙә лә ҙур ярҙам күрһәтер, тип ышанабыҙ. Ашығыс хеҙмәттәр һәм Күмертау вертолет заводы өсөн шатбыҙ, беҙ быны 11 йыл көттөк», - тине Радий Хәбиров.

 
 
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: