Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Апрель 2022, 16:51

Төҙөкләндереү эштәре дауам итә

Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсында еңгән һигеҙ проект 2022 йылдың 1 сентябренә тиклем тормошҡа ашырыласаҡ. Был турала республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. 

Төҙөкләндереү эштәре дауам итә
Төҙөкләндереү эштәре дауам итә

Һүҙ Баймаҡ, Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Сибай, Учалы ҡалаларында, Мәләүез районының Воскресенск ауылында һәм Йылайыр район үҙәгендә йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү проекттары хаҡында бара. Улар 2020 йылғы Бөтә Рәсәй конкурсының икенсе этабы йомғаҡтары буйынса федераль грантҡа лайыҡ булғайны. Проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бүленгән 520 миллион һум 2021 йылда уҡ үҙләштерелде. Төҙөкләндереү эштәре артабан республика бюджеты средстволары иҫәбенә дауам ителәсәк.

Алан Марзаев финанс-иҡтисади шарттарҙың үҙгәреүенә бәйле, төҙөлөш материалдарына һәм ҡорамалдарға хаҡтың артыуы, шуға ла өҫтәмә финанслауға мохтажлыҡ тыуыуын билдәләне. Радий Хәбиров был мәсьәләне республиканың Финанс министрлығы менән берлектә хәл итергә ҡушты.

- Конкурс проекттарын тормошҡа ашырыу тораҡ пункттарын ярайһы уҡ үҙгәртә, - тине Радий Хәбиров. - Бөтә эштәрҙе лә ваҡытында тамамларға тейешбеҙ.

Төбәк башлығы Баймаҡтың "Үҙгәрештәр еле" ("Ветер перемен") йәмәғәт киңлектәре системаһын үҫтереү проектында айырым туҡталып, төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаевҡа Баймаҡ ҡалаһына барырға, хәлде асыҡларға һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса саралар күрергә ҡушты.

Башҡортостан Башлығы 2021 йылғы конкурста еңеү яулаған Туймазы, Күмертау, Межгорье, Стәрлетамаҡ, Бөрө һәм Бәләбәйҙәге проекттарҙың тормошҡа ашырылыу барышы менән ҡыҙыҡһынды. Алан Марзаев, төҙөүселәр эшкә тотонған, тип хәбәр итте. Төҙөкләндереү эштәрен 2022 йылдың 31 декабренә тиклем тамамлау күҙаллана.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: