Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Апрель 2022, 21:44

Әсә йөрәге түҙмәәгән...

Балаһының үҙенә ҡул һалырға маташыуын әсә йөрәге күтәрә алмаған.

Әсә йөрәге  түҙмәәгән...
Әсә йөрәге түҙмәәгән...

Бөгөн Ауырғазы районының  бер ауылында йән тетрәткес фажиғә булған.   «Аургазинский вестник» гәзите хәбәр итеүенсә, ҡатын 38 йәшлек ҡыҙының үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташыуын күреп ҡалған.  Был хәлдән 61 йәшлек әсәнең ҡапыл йөрәге тота һәм ул иҫен юғалтып ҡолай.   

Тауышҡа ғаилә башлығы йүгереп килгән һәм ҡатыны менән ҡыҙын ҡотҡарырға маташҡан. Һөҙөмтәлә ҡатыны “Ашығыс ярҙам” килеп еткәнсе йән бирә, ә ҡыҙын ҡотҡарып алып ҡалалар һәм дауахнаға оҙаталар.

38 йәшлек ҡыҙ ни өсөн үҙ-үҙенә ҡул һалырға булған – билдәһеҙ. Уның психик ауырыуы булған тигән дә мәғлүмәт бар.  Ғаиләлә унан башҡа тағы бер ҡыҙҙары бар.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: