Рәсәй Банкы иҫтәлекле көмөш өс тәңкә аҡса сығарҙы. Ул Чуйск трактын дәүләт әһәмиәтендәге юл тип таныуҙың 100 йыллығына бағышлана (“К 100-летию признания Чуйского тракта дорогой государственного значения”, каталог номеры № 5111-0458). Аҡсаның ауырлығы 31,1 г таҙа, 925 пробалы көмөш. Бер яғында РФ Дәүләт гербы төшөрөлгән, «РОССИЙСКАЯ ФЕДЕРАЦИЯ», «БАНК РОССИИ», «3 РУБЛЯ», «2022 г.» яҙыуҙары бар, металдың Менделеев таблицаһындағы номеры, проба, Санкт-Петербург монета һарайы билдәһе һәм аҫылташтың массаһы күрһәтелгән. Икенсе яҡта – «Нулевой километр Чуйского тракта» һәйкәле, карта, тракт пейзажы һәм өҫтә «ЧУЙСКИЙ ТРАКТ» яҙыуы.
Аҡса 3000 дана сыҡҡан. Ул әйләнештә законлы рәүештә йөрөргә хоҡуҡлы, тигәндәр Рәсәй Банкынан.