

Йылдағыса температураның ҡапыл үҙгәреүе һәм хәрәкәт кимәле юғары булыу сәбәпле юлдарҙа соҡор-саҡыр барлыҡҡа килә. Емереклектәрҙе йүнәтеү эше тәүлек әйләнәһенә бара. Әлбиттә, соҡор-саҡырҙарҙы ямау - капиталь ремонтҡа тиклем ҡабул ителгән ваҡытылыса сара.
Иң төп юл эштәре «Урал» М-5 трассаһында бара. Һуңғы айҙа бында 1932 квадрат метр биләмәлә юл йүнәтелгән. Белгестәр Ҡандры ауылы һәм Октябрьский ҡалаһы араһындағы юл участкаһына айырыуса иғтибар бирә. Майҙа был урында капиталь ремонт башланасаҡ, юл япмаһы тулыһынса яңыртыласаҡ.
Шулай уҡ «Волга» М-7 трассаһында 156 квадрат метр майҙан, Р-240 Өфө - Ырымбур трассаһында 240 квадрат метр майҙан ремонтланған. Технологияға ярашлы, эшселәр юлды ҡыра, таҙарта, киптерә һәм ҡайнар асфальт-бетон япмаһы менән ҡаплай.
Әгәр юлдарҙа соҡор-саҡыр, емереклек күрһәгеҙ, 8 (347) 286-07-18 телефон һандары буйынса «Урал буйы» юл идаралығына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.