

Метеорологтар мәғлүмәте буйынса, республика биләмәһендә дүшәмбе, 11 апрелдә, көндөң аяҙлы-болотло, төндә яуым-төшөмһөҙ булыуы, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә нулдән 5 градусҡаса тәшкил итәсәк, көндөҙ Цельсий буйынса 12,17-гә тиклем йылытасаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, талғын.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала апрелдең тәүге аҙнаһы йылы булды, йәғни норманан 3-4 градусҡа юғарыраҡ.
Фото: Т. Аманов