Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Апрель 2022, 15:19

Өфөлә ейәнсуралар осрашасаҡ

15 апрелдә «Химик» мәҙәниәт һарайында Ейәнсура районында тыуып үҫеп, республикабыҙҙың баш ҡалаһында йәшәүселәрҙең осрашыуы үтәсәк.  Уны «Ейәнсура» яҡташтар ойошмаһы һәм Ейәнсура районы хакимиәте ойоштора. Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйыл сара эшлекле форматта уҙғарыла. Программала «түңәрәк өҫтәлдәр», диспут-клубтар, күргәҙмә ҡаралған.

Өфөлә ейәнсуралар осрашасаҡ
Өфөлә ейәнсуралар осрашасаҡ

– Ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле, ике йыл яҡташтар осрашыуын үткәрмәгәйнек. Хәл итеүҙе талап иткән бик күп мәсьәләләр, бергә тормошҡа ашырырлыҡ проекттар йыйылды. Шуға күрә быйыл көнүҙәк мәсьәләләрҙе һәм уларҙы хәл итеү юлдарын тикшереүгә ҙур иғтибар бүләсәкбеҙ, – ти «Ейәнсура» яҡташтар ойошмаһы етәксеһе Азат Аҡманов.

Ейәнсура районы хакимиәте вәкилдәре әйтеүенсә, «Атайсал» проектының презентацияһы төп тема буласаҡ.

 – Республикала «Атайсал» проекты үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫланы ла инде. Беҙ әүҙем яҡташтарыбыҙға ысын күңелдән рәхмәтлебеҙ. Ейәнсурала тыуғандарҙың күбеһе тыуған төйәгенә ярҙам итә: ауылдарҙа мәсеттәр төҙөлә, шишмәләр, аллеялар төҙөкләндерелә. Ейәнсураларҙың осрашыуында киләсәктә «Атайсал»да ҡатнашыу мөмкинлектәре, тормошҡа ашырылған проекттар хаҡында һөйләйәсәкбеҙ, – тип хәбәр итәләр Ейәнсура районы хакимиәтенән.

Бынан тыш, яҡташтар осрашыуында танылған шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү мәсьәләһе лә күтәреләсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән быйыл күренекле совет дәүләт һәм партия эшмәкәре, 1967 йылдан 1990 йылға тиклем Башҡорт АССР-ның Юғары советы президиумы рәйесе Фәйзулла Солтановтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләү планлаштырылған.  Фәйзулла Солтановтың тыуған ерендә – Ейәнсура районының Байдәүләт ауылында мәктәп музейы асылған да инде.

Студенттарға ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Ейәнсура районында тыуып үҫкәндәрҙе 15 апрелдә Өфө ҡалаһы, Беренсе Май урамы, 47 адресы буйынса «Химик» ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәгендә көтәләр. Эшлекле программа  16.00 сәғәттә, концерт 18.30 сәғәттә башланасаҡ. Белешмәләр өсөн телефон: 8-937-34-18-230.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: