Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Апрель 2022, 12:46

Баймаҡмы, Әбйәлилме? Иң әүҙем районды билдәләйбеҙ!

Тәбиғәте, халҡы, иҡтисады, тарихы менән был ике районға Башҡортостанда тиңләшеүсе юҡ. Ут күрше булһалар ҙа, Баймаҡ менән Әбйәлил ғүмер буйы бер-береһе менән ярышып, сәмләшеп йәшәй. Өҫтәүенә был ике район "Йәшлек"тең тоғро дуҫтары ла - гәзитебеҙҙе алдырыусылар бихисап күп.

Баймаҡмы, Әбйәлилме? Иң әүҙем районды билдәләйбеҙ!
Баймаҡмы, Әбйәлилме? Иң әүҙем районды билдәләйбеҙ!

Ошо ике районда йәшәүселәр, тыуып үҫкәндәр, был ике төбәккә йылы хистәре булғандар иғтибарына!

"Йәшлек" гәзитенең "Бәйләнештә" сәхифәһендә Баймаҡ һәм Әбйәлил райондары араһында үҙенсәлекле ярыш ойошторабыҙ.

Бының өсөн төркөмгә үтегеҙ һәм үрҙә нығытылған һылтанма буйынса үҙегеҙҙең яратҡан районға тауыш бирегеҙ.

Теүәл бер аҙнанан, йәғни 18 апрелдә иртәнге сәғәт 9-ҙа ҡушымта ябыласаҡ һәм иң популяр район билдәле буласаҡ. Аҙаҡ "Йәшлек" хәбәрселәре уға барып ҙур репортаж яһаясаҡ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: