-5 °С
Болотло
Ошо көндәрҙә Өфөлә 75 йыл бергә йәшәгәндәрен билдәләгән Өфөнән Мәрйәм һәм Мөҡәдәс Хәбибуллиндар ғаиләһенең тарихы тураһында «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова яҙҙы. Ведомство башлығы ир менән ҡатынды иҫтәлекле дата менән шәхсән үҙе ҡотлауын әйтте.
Бынан тыш, юбилярҙарҙы видеобәйләнеш аша ғаиләнең яратҡан йырсыһы – Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов та ҡотлаған, тип тә өҫтәне министр.
Фото: Т. Аманов