Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Апрель 2022, 21:25

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһына 806,7 млн һум аҡса бүленәсәк

Рәсәй төбәктәре граждандарға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеүгә бәйле киткән сығымдарға   өҫтәмә рәүештә 35,1 млрд һум аҡса аласаҡ.    

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһына 806,7 млн һум аҡса бүленәсәк
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһына 806,7 млн һум аҡса бүленәсәк

   Был аҡсалар мотлаҡ медицина страховкалау федераль фондының  запасынан 74 төбәккә, шул иҫәптән Башҡортостанға  806,7 млн һум бүленәсәк. Был хаҡта 11 апрелдә  вице-премьерҙар менән үткән кәңәшмәлә билдәле булды. 

Михаил Мишустин  үткән йылдың һәм быйылғы йылдың тәүге айҙарының һаулыҡ һаҡлау системаһы өсөн бик  ябай булмауын билдәләп үтте.  Ковид менән ауырыусылар һаны артыу менән медицина учреждениеларына ла көс төшә, сөнки улар күп пациенттар менән эш итә, дарыуҙар һатып ала, тикшереүҙәр үткәрә.

«Федераль финанслау был сығымдарҙы ҡаплар.   Кешеләр бушлай медицина ярҙамы  ала алһын өсөн дауаханалар һәм поликлиникалар артабан тороҡло эшләй алыр», – тине Хөкүмәт етәксеһе.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: