Татарстандың Тәфтиш комитеты Башҡортостанда тыуып үҫкән 22 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эшен тикшереүҙең тамамланыуын хәбәр итте. Билдәле булыуынса, ҡыҙ үҙенең 32 йәшлек танышын үлтереүҙә ғәйепләнә (Рәсәй Енәйәт кодексының 105-се статьяһының 1-се өлөшө).
2021 йылдың 17 декабрендә Танһыҡ урамында йәштәр таныштарын фатир туйларға саҡыра. Бергә спиртлы эсемлек эскән саҡта фатир хужалары араһында ыҙғыш сыға. Ҡунаҡтарҙың береһе ирҙе яҡларға маташа, тик ярһыған ҡатын уға бысаҡ менән сәнсә. Йәрәхәтләнеүсе ваҡиға урынында йән биргән.
Енйәтсе ғәйебен танымаған. Әлеге ваҡытта енәйәт эше судҡа ебәрелгән.
Фото: Т. Аманов