Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Апрель 2022, 12:34

Барыбыҙ ҙа шәмбе өмәһенә!

Район-ҡалаларҙа биләмәләрҙе йыйыштырыу 1 майға тамамланасаҡ.

Барыбыҙ ҙа шәмбе өмәһенә!
Барыбыҙ ҙа шәмбе өмәһенә!

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив ултырышта Премьер-министр Андрей Назаров ауыл-ҡалаларҙы төҙөкләндереү һәм өмәләр ойоштороу хаҡында һөйләне. 

Уның һүҙҙәренсә, ҡалаларҙа ҡыш буйы тауҙай сүп-сар йыйыла һәм быны идарасы компания, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмалары ярҙамында ғына юҡ итеү еңелдән түгел. Халыҡтың ярҙамы кәрәк.

– Былтыр шәмбе өмәләрендә 226 мең кеше ҡатнашҡан, шул иҫәптән 35 студент, 10 мең ирекмән. Йәмғеһе 2,5 мең тонна сүп-сар йыйылған һәм сығарылған. Был эшкә 2 меңдән ашыу берәмек техника йәлеп ителгән. Быйыл беҙ 180 мең кешене һәм 13 мең ойошманы йәлеп итергә йыйынабыҙ,  – тине Андрей Назаров.

Башҡортостан Башлығының ҡушыуы буйынса май айына тиклем бөтә урында ла өмәләрҙе тамамларға кәрәк. Берҙәм экологик шәмбе өмәләре 9 һәм 23 апрелдә үтәсәк. Өмәләрҙә йыйылған сүп-сарҙы контейнер майҙансыҡтарына ташлауҙы тыйыу мәсьәләһе күтәрелде. 

– Өмәләрҙә йыйылған сүп-сар контейнер майҙансыҡтарына ташланырға тейеш түгел. Экология министрлығы быға айырым иғтибар бүләсәк, рейдтар үткәреү ҡарала, – тине экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры Урал Искәндәров.

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: