+16 °С
Болотло
Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә БР Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская Өфөнөң Эшсе һөнәрселәр урамындағы балалар майҙансығы хаҡында һөйләне.
«Рөхсәт итһәгеҙ, мин Киров районы һәм башҡа муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итергә теләйем. Алдан күреп эш итергә кәрәк, бындай ҡурҡыныс хәлгә еткерергә тейеш түгелбеҙ», — тине Прочаковская.
Бынан тыш, ул яҙғы һыуҙарҙан зыян күргән тағы ла бер объектты — Нефтекаманың Николо-Березовка урамындағы контейнер майҙансығын күрһәтте. Башҡортостан Башлығы хакимиәт етәкселәренә проблемаларҙы кисектермәҫтән хәл итергә ҡушты.
«Беҙгә халыҡ мөрәжәғәт итә икән — тимәк, улар был мәсьәләләрҙе хәл итеребеҙгә ышана. Әлбиттә, йәһәт кенә эшкә тотонорға кәрәк. Бөтә коллегаларҙың да быға етди ҡарауын һорайым», — тине Радий Хәбиров.