Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Апрель 2022, 11:40

Баҡсасылар форумында ҡатнашығыҙ!

15 -16 апрелдә Өфөлә "Торатау» конгресс-холында  Башҡортостан Республикаһы баҡсасыларының тәүге «SMART- баҡсасы» форумы уҙғарыла. Унда күргәҙмә-йәрминкә лә эшләйәсәк.

Баҡсасылар форумында ҡатнашығыҙ!
Баҡсасылар форумында ҡатнашығыҙ!

 Ул коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрен үҫтереү проблемалары буйынса фекерҙәрҙе туплау өсөн мультиформатлы аралашыу майҙансығына әүереләсәк. Бөгөн баҡсасыларҙы коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрен электр һәм һыу менән тәьмин итеү, юлдарҙың торошо, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу һәм башҡа проблемалар борсой.. Федераль һәм төбәк эксперттары ҡатнашлығындағы «Баҡсасылыҡ ширҡәттәрен үҫтереү йүнәлештәре» пленар ултырышы форумдың эшлекле программаһының төп ваҡиғаһы булмаҡсы. Баҡсасылыҡтың көнүҙәк мәсьәләләре ике көн дауамында барасаҡ «түңәрәк өҫтәл»дәрҙә тикшереләсәк. Улар - баҡсасылыҡ ширҡәттәре үҫешенең хоҡуҡи аспекттары, инфраструктура, һанлаштырыу, хәүефһеҙлек. Конгресс-холл янындағы майҙанда орлоҡтар, баҡса инвентары, үҫентеләр һәм ашламалар күргәҙмә-йәрминкәһе ойоштороласаҡ.

 

Фото: ogorodniki.com

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: