Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Апрель 2022, 11:09

Бөгөн – Бөтә донъя Паркинсон сиренә ҡаршы көрәш көнө

Датаны Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы булдырған. 11 апрель юҡҡа ғына һайланмаған, бөгөн – 1817 йылда ошо ауырыуҙы "асҡан" Джеймс Паркинсондың (1755 - 1824) тыуған көнө.

Бөгөн – Бөтә донъя Паркинсон сиренә ҡаршы көрәш көнө
Бөгөн – Бөтә донъя Паркинсон сиренә ҡаршы көрәш көнө

Иҫтәлекле датаның маҡсаты – кешеләргә сир тураһында мәғлүмәт биреү, ауырыуҙы иҫкәртеү.

Ауырыу билдәләре шул: кешенең хәрәкәте әкренәйә, ҡул-аяҡтары ҡалтырай, атлағанда сайҡалып китә, аҙымы ҡыҫҡара...

Паркинсон сире башлыса өлкәндәрҙә була. Баҡһаң, инженерҙар сир билдәләрен алдан асыҡлау өсөн махсус ручка уйлап тапҡан. Яҙғанда ҡулдың торошон билдәләй, ҡалтырауҙы тотҡарлай.

Депрессияға йыш бирешкән кешенең ошо сиргә дусар булыуы ихтимал.

Әйткәндәй, Паркинсон сиренең символ-логотибы - ләлә (тюльпан) сәскәһе. Голландияла ошо сир менән ауырыған бер баҡсасы 1980 йылда махсус сорт (ҡыҙыл-аҡ) сәскә сығарып, уны "Доктор Джеймс Паркинсон" тип атаған.

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Бөгөн – Бөтә донъя Паркинсон сиренә ҡаршы көрәш көнө
Бөгөн – Бөтә донъя Паркинсон сиренә ҡаршы көрәш көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: