Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Апрель 2022, 14:50

Айыу балаһын тотҡандар

Ул аслыҡтан хәлһеҙләнеп, кешеләр янына сыҡҡан.

Айыу балаһын тотҡандар
Айыу балаһын тотҡандар

Кисә Башҡортостан Экология министрлығының республика һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы хеҙмәткәрҙәре һәм һунар инспекторҙары Әбйәлил районында «Яҡтыкүл» тау саңғыһы үҙәге эргәһендә йөрөгән ике йәшлек айыу балаһын тота.

Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров яҙа.  Министр әйтеүенсә, был урында ас айыу балалары элек тә йөрөгән: былтыр көҙ бер айыу балаһын тотҡандар. Яңыраҡ кешеләр янына тағы ла бер ас айыу балаһы килә. Асыҡланыуынса, айыуҙарҙы кешеләр ашата һәм улар урманда үҙаллы иҫән ҡала алмай, шуға күрә хайуанды Силәбе зоопаркы хеҙмәткәрҙәренә тапшырғандар.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: